Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.81 ↓

EUR 70.72 ↑

6 декабрь, Йома

Уфа   °

Мостай Кәримгә арналған конверт почта әйләнешенә сыҡты

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Мостай Кәримгә арналған конверт почта әйләнешенә сыҡты. Конвертта Башҡортостан тәбиғәте фонында Мостай Кәримдең портреты төшөрөлгән. Ул шағир, яҙыусы һәм драматургтың 100 йыллығына бағышлап сығарылған.

Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы директоры Ирек Ғәлимов һүҙҙәренсә, яңы конверт коллекционерҙарҙа ла, әҙәбиәт һәм тарих яратыусыларҙа ла ҡыҙыҡһыныу уятыр. Өҫтәүенә Башҡортостандан ситтә лә. Сөнки һуңғы ваҡытта республика ойошторолоуҙың 100 йыллығын билдәләү, уның барышында Мостай Кәримдең юбилейына арналған саралар уҙғарыуға бәйле Башҡортостанға ҡыҙыҡһыныу арта.

Быйыл Башҡортостандың халыҡ шағирының 100 йыллығына ҡарата махсус штемпель, беренсе көндөң конверты һәм марка почта әйләнешенә сыҡты. Яңы конверттың тиражы 500 мең дана тәшкил итә. Уның тәүге партияһы Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең почта бүлексәләренә килде лә инде.

http://www.bashinform.ru/news/1349283-v-pochtovoe-obrashchenie-vyshel-konvert-posvyashchennyy-mustayu-karimu/

    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть