Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

23 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Мәҙәниәт министрлығы республика Башлығы гранттарына дәғүә итеүгә конкурс тураһында белдерҙе

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы 2020 йылға мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттарына дәғүә итеүгә конкурс үткәреү тураһында иғлан итте.

Гранттар музыка, театр, педагогия, хореография һәм һынлы сәнғәт, кинематография, архитектура һәм дизайн, музей һәм китапхана эше, художество кәсептәре, халыҡ ижады өлкәләрендә мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлап ҡалыу, арттырыу, таратыу һәм үҙләштереү, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының мәҙәни потенциалын һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү буйынса ижади проекттарға ярҙам итеү өсөн булдырылған.

Гранттар конкурс йомғаҡтары буйынса маҡсатлы бушлай субсидиялар формаһында бирелә:

— мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә — һәр береһе 150 мең һумлыҡ 10 грант;

— ижади коллективтарға — һәр береһе 420 мең һумлыҡ 5 грант.

Ғаризаның формаһы — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы сайтында. Конкурс эштәре 2019 йылдың 2 сентябренән 1 октябренә тиклем Мәҙәниәт министрлығында ҡабул ителә. Адресы: Революция урамы, 18, 15-се бүлмә, эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан 6-ға ҡәҙәр. Белешмәләр өсөн телефон: (347) 280-87-66.

http://www.bashinform.ru/news/1343974-minkult-bashkirii-obyavil-o-provedenii-konkursa-na-soiskanie-grantov-glavy-respubliki/                    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть