Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

23 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөләр Совет майҙанында «Шайморатов генерал» йырын күмәкләп башҡара

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөләр легендар генерал, 112-се башҡорт атлы дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов тураһында йырҙы күмәкләп башҡара. Ҡала һәм республика халҡын йәкшәмбе, 25 августа, флешмобҡа саҡыралар, тип хәбәр итә республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Комдивтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған сара Өфөнөң Совет майҙанында иртәнге сәғәт 10-да башлана. Йыйылыусылар Заһир Исмәғилевтың Ҡадир Даян шиғырына яҙған барыһына ла таныш «Шайморатов генерал» йырын башҡара.

«Меңдәрсә кеше бер үк ваҡытта генерал тураһында йыр башҡара һәм фигура яһап теҙелә. Ниндәй икәнен ҡош бейеклегенән күрергә мөмкин, — тип хәбәр итте флешмобты ойоштороусылар. — Кадрҙар БСТ эфирында күрһәтелә».

Социаль селтәрҙә лә халыҡ геройына бағышланған флешмоб башланды. Ҡатнашыу өсөн «Шайморатов генерал» йырын башҡарырға, уны видеоға төшөрөргә һәм #Шайморатов хештегы менән интернетҡа һалырға кәрәк.

http://www.bashinform.ru/news/1343850-zhiteli-bashkirii-khorom-spoyut-pesnyu-shaymuratov-general-na-sovetskoy-ploshchadi/                          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть