Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.82 ↓

EUR 70.66 ↑

17 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров: Көрәш һарайы Башҡортостан көрәшселәре өсөн тыуған йортҡа әүерелер

Спорт

ӨФӨ, 2019 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Бөгөн Өфөлә республиканың яңы Спорт көрәше үҙәге төҙөлөшөнөң тәүге ташына капсула һалыу тантанаһы уҙҙы. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, бөгөн уның ошо шәп спорт төрөнә һәм көрәш тренерҙарына, ветерандарына ихтирам күрһәтеү хыялы тормошҡа ашты.

«Бөгөн минең өсөн бик мөһим көн, хыялым тормошҡа ашырыла. Көрәш һарайы республика көрәшселәре өсөн тыуған йортҡа әүерелер. Беҙ Спорт көрәше федерацияһы һәм ветерандар менән берлектә Һарайға бөйөк көрәшсе Владимир Алексеевич Бормандың исемен бирергә хәл иттек. Ул республикабыҙға, илебеҙҙә спорт көрәшен үҫтереүгә күп көс һалды, үҙенән һуң уникаль һәм көслө кешеләр ҡалдырҙы, бөгөн беҙ улар менән ғорурланабыҙ, улар йәш көрәшселәргә батырлыҡ нигеҙҙәрен, ысын ир-егет сифаттарын өйрәтә. Һәммәгеҙҙе лә ошо үҙенсәлекле ваҡиға менән ҡотлайым», — тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, хәҙер 2021 йылда республика юниорҙар араһында спорт көрәше буйынса донъя чемпионаты хужаһы булһын өсөн ҙур эш алып барыла. Хәйер, был ваҡытҡа Спорт көрәше үҙәген төҙөп өлгөрмәйҙәр, ләкин ул республикабыҙҙың иң шәп, уникаль һәм кәрәкле спорт ҡоролмаларының береһе булыр.

Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты Михаил Мамиашвили бында бөйөк чемпиондар һәм Рәсәйҙең ысын патриоттары тыуасағын билдәләне.

«Бында шөғөлләнгән һәр кем көслөрәк, камилыраҡ булырға һәм ата-әсәһен, ғаиләһен, уҡытыусыларын ҡаҙаныштары менән шатландырырға тейеш. Өфөлә һәм Башҡортостанда көрәш традициялары бик көслө, уларҙың тарихи тамырҙары бар. Йәштәргә шуны әйткем килә: бөгөн нигеҙ һалынған мөмкинлекте ҡулығыҙҙан ысҡындырмағыҙ, ялҡауланмағыҙ, көслөрәк булығыҙ», — тине Дәүләт Думаһы депутаты, өс тапҡыр олимпия чемпионы, Рәсәй Геройы Александр Карелин.

Владимир Бормандың улы Алексей Борман һүҙҙәренсә, был Рәсәйҙә иң ҙур көрәш һарайҙарының береһе булмаҡсы, ә был — федерация өсөн оло һәм баһалап бөткөһөҙ бүләк, тимәк, республикала атаһы башлап ебәргән традициялар дауам итә.

Хәҙер Спорт көрәше үҙәге проекты дәүләт экспертизаһы үтә башлай. Проект-смета документацияһының дөйөм хаҡы яҡынса 62 миллион һум тәшкил итә, шуның 50 миллион һумын Социаль маҡсатлы программалар фонды аша «Башнефть» компанияһы бүлгән. Төҙөлөш 2020 йылда башланып, ике йылдан тамамланырға тейеш.

Радий Хәбиров был Рәсәйҙә иң ҙур Көрәш һарайы буласағын, уның дөйөм майҙаны 29 мең квадрат метр тәшкил итәсәген әйтте.

«Үҙәктең проектын бер йыл самаһы төҙөнөк, киләсәктә бында иң юғары кимәлдәге ярыштар, хатта Олимпия уйындары үткәрергә мөмкин. Күнекмәләр өсөн 19 келәм була, бер ҡыйыҡ аҫтында ирекле һәм грек-рим көрәше, самбо, дзюдо, милли көрәш менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бар. Барыһына ла урын етер, республикабыҙ киләсәге ошонда тыуа», — тине Радий Хәбиров.

http://www.bashinform.ru/news/1343818-radiy-khabirov-dvorets-borby-stanet-rodnym-domom-dlya-vsekh-bortsov-bashkortostana/

              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть