Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

23 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Туймазы театры Мостай Кәрим буйынса «Ауыл адвокаттары» спектаклен сәхнәләштерә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Туймазы дәүләт татар драма театрында яңы спектаклдең репетициялары башланды. XXIX театр миҙгелендә коллектив Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы һәм драматург Мостай Кәримдең «Ауыл адвокаттары» повесы буйынса спектакль тәҡдим итә. Инсценировка авторы — Зөһрә Бураҡаева.

Премьера өҫтөндә театрҙың баш режиссеры Илнур Муллабаев эшләй. «Ауыл адвокаттары» спектакле Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышлана.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Мостай Кәримдең повесы 1987 йылда яҙылған. Китапта өс дуҫтың яҙмышы һүрәтләнә. Өс тиҫтер, элекке ауыл малайҙары Кәшфулла, Ҡорбанғәле һәм Нурисламдың тормошо ауылдаштарының яҙмышы, илдә барған ваҡиғалар менән тығыҙ үрелеп бара. Мостай Кәрим халыҡсан тел менән көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында бәйән итә, бала саҡ хәтирәләре аша етди проблемаларға яҡынлаша.

Бынан алда «Ауыл адвокаттары» «Ерҙәштәр» тигән исем менән Салауат башҡорт драма театрында сәхнәләштерелде (режиссеры Антон Федоров).

http://www.bashinform.ru/news/1343801-v-bashkirii-tuymazinskiy-teatr-stavit-spektakl-derevenskie-advokaty-po-mustayu-karimu/      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть