Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.82 ↓

EUR 70.66 ↑

17 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә Көйәрмән көнө 42 мең кешене йыйҙы

Спорт

ӨФӨ, 2019 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфөлә Көйәрмән көнө йәки «Салауат Юлаев» хоккейсылары атағанса «Ҙур байрам» «Өфө-Арена» майҙанына 42 мең кешене йыйҙы. Башҡортостан командаһы фанаттары өсөн хоккейсылар — 2018/19 Континенталь хоккей лигаһы чемпионатының бронза призерҙары ҡатнашлығында байрам ойошторҙолар.

Уҙған миҙгел КХЛ-ның иң шәп ҡапҡасыһы Юха Метсола янында автограф алыу һәм селфи өсөн сират ҙур ине. Фин голкиперы барабандар зонаһында бер нисә трек башҡарырға уйлағайны, ләкин уларға барып етмәгән, күрәһең. Александр Кадейкин көйәрмәндәрҙе клуб автобусы янында ҡаршы алды. Вячеслав Солодухин регби зонаһында тыныс ҡына автографтар һәм фотоһүрәттәр таратты.

Линус Умарк менән лазертаг, бушлай таратылған бургерҙар, батут финттары һәм Григорий Панин, Павел Коледов менән һауа шарында осоу. «Салауат Юлаев»тан яратҡан көйәрмәндәр өсөн барлыҡ күңел асыуҙарҙы һанап бөтөрлөк түгел. Руслан «Ягуар» рекорд ҡуйҙы: ул ҡулы менән атлап өс тонналыҡ  боҙ менән ҡаплау машинаһын урынынан күсерҙе.

Төп ваҡиға сәхнәлә барҙы. Хоккейсыларҙы, «юлаевсылар»ҙың тренерҙарын һәм персоналын Континенталь хоккей лигаһының бронза миҙалдары менән бүләкләнеләр, ә һуңынан лиганың 12-се миҙгеленә форма менән рәсми таныштырыу уҙҙы. Үҙ майҙанында уйнау өсөн ғәҙәттәгесә йәшел ҡалды, ә сит боҙға сығыу өсөн аҡ. Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан джерси иңендә төбәктең флагы урынлаштырылды. Шулай уҡ Өфө клубы ҡара төҫтәге альтернатив форма ла сығарҙы, миҙгелдә бер нисә уйында шуны кейеп уйнарға ниәтләй.

«Ҙур байрам»дың тағы бер күркәм мәле — кейәүгә сығырға тәҡдим яһау. «Салауат» көйәрмәндәре менән эшләү буйынса белгес Эмиль Нафиҡов меңдәрсә кеше алдында һөйгәненең ҡулын һораны. Ыңғай яуап үҙен оҙаҡ көттөрмәне.

Кисәнең хедлайнеры, алдан хәбәр ителгәнсә, Тима Белорусских булды. Артист «Өфө-Арена»ны шаулатты. Һәммәһе лә: балалар ҙа, өлкәндәр ҙә, хоккейсылар ҙа, уларҙың хәләл ефеттәре һәм балалары ла йырлап-бейеп күңел асты.

http://www.bashinform.ru/news/1343681-den-bolelshchika-v-ufe-sobral-42-tysyachi-chelovek/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть