Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

23 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Бәләбәй районында «Бал ҡорто туйы» байрамы уҙғарыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 23 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Башҡортостандың Бәләбәй районы Мәтәүбаш ауылында 7 сентябрҙә йолаға әүерелгән умартасылар байрамы — «Бал ҡорто туйы» уҙғарыла.

«Башинформ» агентлығына ойоштороусыларҙың береһе, умартасы Марат Зайруллин хәбәр итеүенсә, байрамда бал йәрминкәһе эшләй, балды тәмләп ҡарау ойошторола. Рәсәйҙең танылған умартасыларының ҡатнашыуы күҙаллана, уларҙан бал ҡорто тотоу буйынса кәңәштәр алырға мөмкин.

«Быйыл Бәләбәй районы умартасыларының балы аҙ. Һауа торошо ҡамасауланы. Йүкә сәскә атманы: ҡоротҡос бөжәктәр бөтә сәскәләрен ашап бөттө. Ләкин беҙ өмөтһөҙлөккә бирелмәйбеҙ, киләсәккә өмөт менән ҡарайбыҙ», — тине Марат Зайруллин.

«Бал ҡорто туйы» ҡунаҡтары өсөн ялан кухняһы эшләй, урындағы үҙешмәкәр артистар концерт менән сығыш яһай.

Байрам көндөҙгө сәғәт 11-ҙә башлана.

http://www.bashinform.ru/news/1343587-v-belebeevskom-rayone-bashkirii-sostoitsya-prazdnik-pchelotuy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть