Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

23 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө Рәсәй пенсионерҙары спартакиадаһында ҡатнашыусылар һаны буйынса рекорд ҡуя

Спорт

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфө, Рәсәй пенсионерҙарының алтынсы спартакиадаһы баш ҡалаһы булараҡ, ҡатнашыусылар һаны буйынса рекорд ҡуя. Әлеге ваҡытта илдең 76 төбәгенән һәм ете сит дәүләттән: Чехиянан, Германиянан, Финляндиянан, Бөйөк Британиянан, Литванан, Франциянан һәм Әрмәнстандан 754 спортсының ғаризаһы бар.

«Спартакиада йылдан-йыл популярлыҡ яулай бара.Ул ҙур ҡалаларҙы ғына түгел, алыҫ төбәктәрҙәге ауыл-ҡасабаларҙы ла үҙенә йәлеп итте. 2014 йыл менән сағыштырғанда, һайлап алыу турҙарында ҡатнашыусылар һаны биш тапҡырға артты», — тип билдәләне Рәсәй пенсионерҙары союзы рәйесе, Федерация Советының Социаль сәйәсәт буйынса комитеты рәйесе Валерий Рязанский.

Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов һүҙҙәренсә, бөгөн Өфөгә Сахалин өлкәһе, Ненец автономлы округы, Тула өлкәһе, Байкал аръяғы крайы, Ханты-Манси автономлы округы командалары килгән. Башҡортостандан спартакиадала һигеҙ спортсы: Резида Халиҡова (еңел атлетика, пуля менән атыу), Анатолий Карпенко (еңел атлетика), Сергей Буков (өҫтәл теннисы), Рөстәм Хангилдин (йөҙөү һәм шахмат), Екатерина Петренко (йөҙөү), Роза Иҙрисова (шахмат), Валерий Шаһибәков (пуля менән атыу), Фәнүзә Исҡарова (өҫтәл теннисы) сығыш яһай.

Рәсәй пенсионерҙары спартакиадаһының баш судьяһы Николай Ярославцев билдәләүенсә, ярыштарҙа халыҡ-ара исемгә эйә спортсыларҙың һәм спорт мастерҙарының ҡатнашыу хоҡуғы юҡ. Иң өлкәне – Кострома өлкәһенән, ул 83 йәшен ҡыуа. 80-де үткәндәр – алты кеше. Бөтә ярыштарҙы 200 белгес баһалай.

Өфө ҡунаҡтары өсөн күңел асыу программаһы төҙөлгән, милли үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, туҡланыу системаһы уйланылған. Медицинаға килгәндә, ярыштар ойошторолған барлыҡ майҙансыҡтарҙа ашығыс ярҙам бригадалары, ирекмәндәр эшләй. Ҡатнашыусыларҙы «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһына, «Президент отель», «Амакс турист», Holiday Inn һәм  «Башҡортостан» ҡунаҡханаларына урынлаштыралар. Спортсыларҙы махсус трансферҙарҙа ташыйҙар, тине Башҡортостан Спорт министрлығының бүлек етәксеһе Дмитрий Гладких.

Алтынсы Пенсионерҙар спартакиадаһын асыу тантанаһы 24 августа«Динамо» стадионында уҙа. Киске 7-лә башлана. Байрамда башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары, флаг йөрөтөүселәр, парашютсылар сығыш яһай, сара фейерверк менән тамамлана. Ярыштарҙы ҡарау бушлай.

http://www.bashinform.ru/news/1343274-ufa-ustanovit-rekord-po-kolichestvu-uchastnikov-spartakiady-pensionerov-rossii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть