Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

23 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Туймазы районының Ҡандракүл ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй башланы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Туймазы районының Ҡандракүл ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Быға тиклем ул 1972 йылда һалынған иҫке бинала урынлашҡайны. Балалар баҡсаһында фельдшер-акушерлыҡ пунктын урынлаштырыу өсөн айырым инеү урыны булған яңы бина бирелде. Бында прививка яһау, процедуралар, халыҡты ҡабул итеү бүлмәләре, дарыуҙар һаҡлау өсөн урын ҡаралған. Фельдшер-акушерлыҡ пунктының ҡеүәте дөйөм һаны 600 кешенән ашыуыраҡ ике ауыл халҡына беренсе табип ярҙамын күрһәтеүгә иҫәпләнгән.

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә быйыл 376 миллион һумға 27 фельдшер-акушерлек пункты һатып алына, өҫтәүенә уларҙың яртыһы авария хәлендәге ФАП-тар урынына асыла. Республика адреслы инвестиция программаһы буйынса 2019-2020 йылдарҙа тағы 15 ФАП төҙөү күҙаллана. Һатыулашыу бюджет аҡсаһын экономияларға һәм шул рәүешле ҡалған аҡсаны биш өҫтәмә фельдшер-акушерлыҡ пункты һатып алыу өсөн тотонорға, шулай уҡ уларҙы кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырырға мөмкинлек бирҙе. Республикала бөтәһе 380 фельдшер-акушерлыҡ пункты яңыртыуға мохтаж.

http://www.bashinform.ru/news/1343249-v-sele-kandrykul-tuymazinskogo-rayona-zarabotal-novyy-feldshersko-akusherskiy-punkt/

Теги: ФАП
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть