Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

23 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың 69 проекты Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсында еңеү яуланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Республикаһы Башлығының граждандар йәмғиәтен үҫтереү өсөн гранттары конкурсына йомғаҡ яһалды, тип хәбәр итә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы. Конкурсҡа бөтәһе 229 ғариза бирелгән. 69 проектҡа грант ярҙамы тапшырыла.

Грант аҡсаһын — 50 миллион һумды —  республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары үҙ-ара бүлеште.

Бер миллион һумдан ашыу сумманы түбәндәге проекттар алды:

«Башҡортостан Республикаһында Халыҡ-ара КВН кубогы-2019» (Өфө ҡалаһының шаяндар һәм отҡорҙар клубы),

«Сәләмәт коллектив — сәләмәт республика» (Башҡортостан Республикаһында «Ыңғай мөхит» ойошмаһы),

«Коммерция ҡарамаған ойошмаларҙың йәнле селтәре» (Өфөнө үҫтереү йәмәғәт фонды),

«Башҡортостан Республикаһындағы социаль әүҙем ғаиләләрҙең «Өлгө ал!» фестивале («Импульс» халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы).

«Следж райондарға бара!» («Башҡортостан пираттары» следж-хоккей клубы),

«Йәнле һан» математика күргәҙмәһе («ИНТЕЛЛЕКТУС» мәҙәни-танып блеү үҙәге), «Йәшлек» гәзитенең Булат Солтангәрәев исемендәге республика премияһы – уҡыусы йәштәр араһында ижади конкурс» (Башҡортостандың Журналистар союзы).

Башҡортостан Башлығы гранттарын отҡан конкурс проекттары менән «Башҡортостан Республикаһы гранттары» мәғлүмәт порталында танышырға мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1343179-69-proektov-nekommercheskikh-organizatsiy-pobedili-v-konkurse-grantov-glavy-bashkirii-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть