Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

23 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рәсәйҙә «Беренсе сентябрь капиталы» программаһын ғәмәлгә индереүҙәре ихтимал

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Рәсәйҙә балалы ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн «Беренсе сентябрь капиталы» программаһын ғәмәлгә индереүҙәре ихтимал. Ошондай тәҡдим менән Дәүләт Думаһының Мәғариф һәм фән буйынса комитеты башлығы урынбаҫары Борис Чернышов сығыш яһаған, тип хәбәр итә  RT.

Депутат вице-премьер Татьяна Голиковаға тейешле мөрәжәғәт ебәргән. Һәр ғаиләнең дә балаһын мәктәпкә әҙерләү мөмкинлеге юҡ, айырыуса төбәктәрҙә, тигән фекерҙә ул. Уның һүҙҙәренсә, ата-әсә, башҡа сығымды кәметеп, уҡыу кәрәк-яраҡтарын һатып алыу өсөн сығымды арттырырға мәжбүр.

Шуға күрә Чернышов «Беренсе сентябрь капиталы» программаһын ғәмәлгә индерергә тәҡдим итә. Уның сиктәрендә ата-әсәләргә мәктәп сығымдарын ҡаплау өсөн өҫтәмә аҡса бүленергә тейеш.

Финанс ярҙамының аныҡ суммаһы әйтелмәй.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Өфөлә ата-әсәләр бер баланы яңы уҡыу йылына әҙерләү өсөн уртаса 8,4 мең һум тотонған. Был — тикшереү үткәрелгән ҡалалар араһында дүртенсе урын. Ҡиммәтселек буйынса тәүге өс урында Красноярск һәм Новосибирск (9 мең һум), Мәскәү (8700), Ҡазан (8500) килә.

http://www.bashinform.ru/news/1343096-v-rossii-mogut-zapustit-programmu-podderzhku-semey-s-detmi-pervosentyabrskiy-kapital/                        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть