Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

23 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Көмөш Аҡбуҙат – ҡәләм осонда

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Танылған скульптор Салауат Фидаи «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестиваленә бүләк әҙерләгән. Өфө оҫтаһы ҡәләм осонда әкиәттәге ҡанатлы аттың микроһынын эшләгән.

«Башҡортостан» киностудияһы директоры Юнир Әминев һөйләүенсә, скульптор кинофестивалдә ҡатнашыусыларҙың береһенә бүләген үҙе тапшырырға теләй.

Салауат Фидаи — Рәсәй рәссамы һәм скульптор-миниатюрист, уны «Өфө һулаҡайы» тип йөрөтәләр. Бик күп миниатюр эштәре бар, шул иҫәптән Владимир Путиндың, Дональд Трамптың,  «Игра престолов» сериалы геройҙарының бюстары. 2015-2019 йылдарҙа Салауат Фидаи Рәсәй, Австралия, Сингапур, Таиланд, Малайзия, АҠШ, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Румыния ҡалаларында үҙенең күргәҙмәләрен ойошторған.

24-27 августа Өфөлә IV «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестивле уҙа. Төп бүләк — статуэтка һәм миллион һум.

http://www.bashinform.ru/news/1343143-serebryanyy-akbuzat-vzletel-na-grifel-karandasha-/

Теги: рәссам, кино
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть