Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

23 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала груша өлгөргән, селекция үҙәге емеш-еләк йыйырға саҡыра

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Кушнаренко селекция үҙәгендә йәйге сортлы грушаларҙы йыйыу ваҡыты етте, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтынан. Теләгәндәрҙе уңыш йыйырға саҡыралар, бер килограмы 20-40 һум тора. Үҙәктең баш агрономы, алма һәм груша буйынса селекционер Харис Фазлиәхмәтов емештәрҙе өлгөрөрҙән 2-4 көн алдараҡ йыйырға кәңәш бирә. «Былай улар оҙағыраҡ һаҡлана, — ти ғалим. — Баҡсасылар был мәлде йыш ҡына күҙ уңынан ысҡындыра, шуға грушалар ҡойола, тиҙ боҙола». Һаҡлау өсөн ҡағыҙ салфеткаға төрөлгән емештәрҙе йәшниккә һалып, һыуытҡыста тоталар. Шул рәүешле уларҙы, сортына ҡарап, ике аҙнанан бер айға тиклем һаҡларға мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1343027-v-bashkirii-sozrela-grusha-selektsionnyy-tsentr-priglashaet-sobrat-frukty/

          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть