Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

23 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан реаль эш хаҡы буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, 2019 йылдың ғинуарынан июлгә тиклем Башҡортостан реаль эш хаҡы буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынды алды һәм иҫәпләнгән хеҙмәт хаҡы буйынса бишенсе урындан өсөнсөгә күтәрелде. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһенә яңыртылған статистика мәғлүмәттәрен урынлаштырҙы.

«… был үҙебеҙ теләгәнсә һәйбәт йәшәйбеҙ тигәнде аңлатмай...  Ә Башҡортостандың халыҡтың лайыҡлы тормошо өсөн ҙур потенциалы булыуы һәм бында эшһөйәр кешеләрҙең йәшәүе хаҡында һөйләй. Һуңғы ярты йылда, уҙған йылдарҙың ошо уҡ осорҙары менән сағыштырғанда, беҙҙә инвестициялар арта; Волга буйы федераль округында иҫәпләнгән эш хаҡы буйынса – бишенсе урындан өсөнсөгә, ә реаль хеҙмәт хаҡы буйынса беренсегә күтәрелдек. Әлегә граждандарыбыҙҙың барыһы ла килеме менән ҡәнәғәт түгел. Әгәр һәр кем үҙенең яуаплылыҡ зонаһында был үҫешкә булышлыҡ итһә; әгәр ошо үҫеш ниндәйҙер борсолоуҙар менән бәйле булмаһа, ә планға ярашлы һәм ышаныслы барһа – ул саҡта социаль-иҡтисади блоктағы һәр кемдең ҡулын ҡыҫырмын. Ә әлегә – эшкә», — тип яҙҙы республика етәксеһе.

http://www.bashinform.ru/news/1342828-bashkiriya-zanimaet-pervoe-mesto-v-pfo-po-realnoy-zarplate/

                                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть