Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

23 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала депутаттар мәктәптәрҙә кеҫә телефондарын ҡулланыуҙы сикләргә теләй

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары мәктәптәрҙә кеҫә телефондарын ҡулланыуҙы сикләү буйынса тәҡдимдәр әҙерләй башланы. «Бөгөн һәр кемдең тиерлек смартфоны бар. Күптәр, шул иҫәптән үҫмерҙәр өсөн мобиль ҡулайламаларға бәйлелек ысынлап та проблемаға әүерелде, — тине Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. — Балалар дәрес ваҡытында ла смартфондан айырыла алмай. Ниндәйҙер сикләүҙәр индерергә кәрәк. Ошо йәһәттән төрлө фекерҙәр бар, ләкин факт факт булып ҡала: смартфондар балаларҙың иғтибарын ситкә йүнәлтә, уларға материалды үҙләштерергә ҡамасаулай, уҡыу процесының сифатын түбәнәйтә. Мобиль телефондарҙы бөтөнләй тыйырға ярамай, ләкин аҡыллы сикләүҙәр индерергә мөмкин һәм кәрәк. Депутаттар мәктәптәргә үҙҙәренең кимәлендә белем биреү ойошмаһы эсендә телефон ҡулланыуҙы регламентларға мөмкинлек биргән норматив документ әҙерләй».

Толкачев уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә ошо мәсьәләнең күтәрелеүен иҫкә төшөрҙө.

«Федераль кимәлдә лә был күренеште көйләргә тырышалар. Ошо көндәрҙә Роспотребнадзор, Мәғариф министрлығы, Рособрнадзор һәм Рәсәй Мәғариф академияһы менән берлектә әҙерләнгән шәхси мобиль элемтә ҡулайламаларын файҙаланыу тәртибе тураһында методик тәҡдимдәр баҫылып сыҡты. Уларҙа смартфондарҙы ҡулланыу балаларҙың һаулығына кире йоғонто яһауы хаҡында мәғлүмәттәр килтерелә һәм мәктәптәрҙә сикләүҙәр индереү буйынса тәҡдимдәр бирелә», — тине республика парламенты спикеры.

Константин Толкачев фекеренсә, мәктәптәр ҙә үҙҙәренең ҡәтғи һүҙен әйтергә тейеш — улар алдында ата-әсәләр комитеты менән ошо мәсьәләне тикшереү һәм ҡабул ителгән ҡарарҙарҙы тормошҡа ашырыу бурысы тора.

http://www.bashinform.ru/news/1342799-v-bashkirii-deputaty-khotyat-ogranichit-ispolzovanie-v-shkolakh-mobilnykh-telefonov/

                    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть