Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

23 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала милли проект сиктәрендә юлдар һалыуға һәм төҙөкләндереүгә 8,2 миллиард һум тотоналар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

2019 йылда Башҡортостан «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн яҡынса 8,2 миллиард һум тотона, шуның 4,7 миллиарды федераль бюджеттан күсерелә. Аҡса 200 саҡрым самаһы юл ремонтлауға һәм төҙөүгә, шулай уҡ Өфөлә Дуҫлыҡ монументы янында Ағиҙел күперен һалыуға йүнәлтелә.

Башҡортостан Республикаһының Юл хужалығы идаралығы етәксеһе урынбаҫары Азамат Тайыпов һүҙҙәренсә, эштәр графиктан алда бара. Бөгөнгә Кушнаренко — Саҡмағош — Баҡалы автомобиль юлы участкаларын төҙөкләндереү тамамланған.

«Эштәр заманса технологиялар ҡулланылып башҡарылған. 15 920 квадрат метр майҙанда 5000 тоннанан ашыу асфальт-бетон ҡатнашмаһы түшәлгән. Бынан тыш, юл ситтәре нығытылған һәм юлға тамға яһалған», — тип хәбәр итте идаралыҡ вәкиле.

Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, 2019 йылда республикала милли проекты тормошҡа ашырыу барышында Өфө агломерацияһында федераль, урындағы һәм республика әһәмиәтендәге 80 саҡрымдан ашыу автомобиль юлы, Стәрлетамаҡ агломерацияһында 65 саҡрым самаһы юл норматив хәлгә килтерелә.

Ремонттан тыш, реконструкция проектында юл билдәләре, светофорҙар ҡуйыу күҙ уңында тотола. Шулай уҡ күрһәтелгән участкаларҙа юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фото-, видеотеркәү комплекстары, автоматлаштырылған ауырлыҡ контроле пункттары урынлаштырыла.

Уҙған айҙа башланған Ағиҙел күпере төҙөлөшөнә милли проект сиктәрендә 618 миллион һум бүленгән.

Яңы күперҙең проектлаусыһы итеп Мәскәүҙең «Гипростроймост» компанияһы күрһәтелгән. Подрядсы — яңы Затон күперен һалған «Уралмостострой» йәмғиәте (Силәбе). Контракттың хаҡы — 3,46 миллиард һум.

http://www.bashinform.ru/news/1342562-v-bashkirii-v-ramkakh-natsproekta-na-stroitelstvo-i-remont-dorog-potratyat-8-2-mlrd-rubley-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть