Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

22 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «Һайла, Өфө!» фотоконкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында «Һайла, Өфө!» фотоконкурсы башланды. Һәр кемдең биш шәп бүләктең береһен отоу мөмкинлеге бар: төп приз — iPhone XS, шулай уҡ бүләк фондында: iPad, Apple Watch смарт-сәғәте, смарт-телевизор һәм Power Bank. Ҡатнашыу өсөн конкурстың «Бәйләнештә»ге рәсми төркөмөнән конкурс башланыуы тураһында яҙмаға репост эшләргә, һуңынан 8 сентябрҙә һайлау участкаһында үҙеңде тауыш биреү процесында фотоға төшөрөп, шул уҡ көндә уны киске сәғәт 9-ға тиклем #ҺайлаӨфө, #ӘйҙәҺайлаӨфө хэштегтары менән сәхифәңә һалырға кәрәк.

Был йәмәғәт башланғысын ҡаланың сауҙа ойошмалары әүҙем күтәреп алды һәм рәсми партнерҙар-бағыусылар булып сығыш яһаны. Фотоконкурсҡа йомғаҡ 10 сентябрҙә «Бәйләнештә» социаль селтәрендә конкурстың рәсми төркөмөнөң тура эфирында яһала. Конкурсты ойоштороусылар — Өфөнөң Йәмәғәт палатаһы һәм ҡала Советы ҡарамағындағы йәмәғәт палатаһы.

http://www.bashinform.ru/news/1342725-zhiteley-stolitsy-bashkirii-priglashayut-prinyat-uchastie-v-fotokonkurse-vybiray-ufa-/

                      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть