Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

23 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

«Бабич» һәм «Беренсе республика» фильмдары Мәскәүҙә кинофестивалдәрҙә ҡатнаша

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Булат Йосоповтың «Бабич» һәм «Беренсе республика» фильмдары Мәскәүҙә кинофестивалдәрҙә ҡатнаша.

27 августа — 3 сентябрҙә ике фильм да Мәскәү өлкәһенең Дзержинский ҡалаһында «Мөхәббәт һәр йөрәктә» халыҡ-ара кинофестиваленең конкурс программаһында күрһәтелә. Фильм менән «Йәнле таҫма» кинокомпанияһының йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса хеҙмәткәре Гөлнара Яруллина таныштыра.

5-6 сентябрҙә «Беренсе республика» фильмы Skey-cinemа халыҡ-ара кинофестиваленең конкурс программаһында ҡатнаша.

6 сентябрҙә Мәскәүҙең милләттәр йортонда ла «Беренсе республика» фильмын асыҡ күрһәтеү күҙаллана.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестивале «Беренсе республика» картинаһы менән асыла.

http://www.bashinform.ru/news/1342652-filmy-babich-i-pervaya-respublika-stali-uchastnikami-kinofestivaley-v-moskve-i-oblasti/  

Теги: кино
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть