Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

23 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда бер тәүлек эсендә 100 мең тоннанан ашыу иген йыйылған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда көндәрҙең йылы һәм ҡоро тороуы төбәк аграрийҙарына урып-йыйыу темптарын арттырырға мөмкинлек бирҙе. Уҙған тәүлектә республикала 54 мең гектар иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары һуғылған, 100 мең тоннанан ашыу ашлыҡ йыйылған. 20 авгусҡа 677 мең тонна яҙғы һәм ужым культуралары һуғып алынған, гектарынан уңыш 20,2 центнер тәшкил иткән, тип белдерҙеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Уңыш йыйыу темптары буйынса Ейәнсура районы алда бара, унда майҙандарҙың 37 проценты йыйылған. Тулайым һуғып алыу буйынса Стәрлетамаҡ игенселәренә тиңдәр юҡ. Улар 44,4 мең тонна иген йыйып алған. Ә бына иң юғары уңыш Саҡмағош районында – гектарынан 37 центнер.

http://www.bashinform.ru/news/1342668-v-bashkirii-za-sutki-sobrano-bolee-100-tysyach-tonn-zerna/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть