Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

23 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Фәрит Ғилманов — республиканың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры вазифаһын башҡарыусы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры вазифаһын башҡарыу бурысы министрҙың беренсе урынбаҫары вазифаһын биләгән Фәрит Ғилмановҡа йөкмәтелде. «Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ведомствоның элекке етәксеһе Алексей Карпухин үҙ теләге буйынса министр вазифаһын ҡалдырҙы.

Белешмә. Фәрит Ғилманов 1976 йылдың 8 февралендә Ишембай районының Ҡыҙыл Октябрь ауылында тыуған. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Санкт-Петербург янғын хәүефһеҙлеге институтын, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Санкт-Петербург дәүләт янғын хеҙмәте университеты адъюнктураһын тамамлай, педагогия фәндәре кандидаты. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса янғын бүлеге начальнигы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Респаубликаһы буйынса дәүләт янғын күҙәтеү идаралығының Салауат ҡалаһы дәүләт янғын инспекцияһы бүлеге начальнигы булып эшләй. 2011 йылдың апреленән — Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы. 2019 йылдың февралендә республиканың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары вазифаһына тәғәйенде.

http://www.bashinform.ru/news/1342446-i-o-ministra-promyshlennosti-i-innovatsionnoy-politiki-bashkirii-stal-farit-gilmanov-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть