Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

22 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Башавтотранс» республиканың 14 район үҙәге менән бәйләнеште тергеҙҙе

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 20 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда бөтә район үҙәктәре Өфөгә транспорт бәйләнеше менән тәьмин ителде. «Башавтотранс» 14 район үҙәгендә — Архангелдә, Раевкала, Асҡарҙа, Баҡалыла, Яңы Балаҡатайҙа, Иҫке Собханғолда, Дәүләкәндә, Йәрмәкәйҙә, Үрге Йәркәйҙә, Ишембайҙа, Николо-Березовкала, Ҡырғыҙ-Миәкәлә, Стәрлебашта һәм Саҡмағошта туҡтатылған маршруттарҙы тергеҙҙе.

Был хаҡта республика Хөкүмәтендәге «Транспорт сәғәте»ндә Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, әлегә маршруттарҙа 1-2 микроавтобус (8 урын) эшләй. Улар яҡындағы ҡасабаларҙы — 3-5, алыҫта урынлашҡандарын бер тапҡыр урай. Автобустар һатып алынһа, дәүләт ташыусыһы рейстар һанын арттырыуы ихтимал.

Йыл аҙағына тиклем «Башавтотранс» предприятиеһы паркты төрлө класлы 527 автобус менән тулыландыра. Мәҫәлән, бөгөн, 20 августа, компания ҡала һәм ҡала яны маршруттары өсөн тәғәйенләнгән 42 Vector Next автобусы, ҡала араһында һәм ҡала янында йөрөү өсөн 60 Ford Transit микроавтобусы алды.

http://www.bashinform.ru/news/1342336-bashavtotrans-vosstanovil-soobshchenie-s-14-yu-raytsentrami-bashkirii/

                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть