Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

22 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Көмөш Аҡбуҙат» кинофестивалендә Гран-при яулаусыға миллион һум тапшырыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 20 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә «Көмөш Аҡбуҙат» кинофестивалендә Гран-при яулаусыға иҫтәлекле һын һәм миллион һум тапшырыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 24-27 августа Өфөлә IV «Көмөш Аҡбҙат» халыҡ-ара фестивале уҙа. Кинофестивалде ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы булышлығында Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы, Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте.

«Әкиәттәге Аҡбуҙ аттың һыны таштан һәм бронзанан яһалған, уға көмөш ялатылған. Йәшел постамент Урал тауҙарын символлаштыра. Авторы — рәссам Арыҫлан Бикбаев, скульпторы — Салауат Ғәниев, — тине «Башҡортостан» киностудияһы директоры Юнир Әминев. — Бүләкләү өсөн 10-дан ашыу һын әҙерләнгән. Улар — төп бүләк тә, иң яҡшы социаль-мотивация фильмдары, этник фильмдар, иң яҡшы режиссер эше, иң яҡшы сценарий, иң яҡшы оператор эше өсөн наградалар ҙа».

«Башҡортостан» киностудияһынан режиссер Малик Яҡшымбәтов һәм оператор Ғилуан Әмиров исемендәге приз, ҡала хакимиәтенән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан бүләктәр тапшырыла.

Шулай уҡ ике яңы махсус приз булдырылған. Быйыл Әмир Абдразаҡовтың 85 йыллығы билдәләнә, шуға күрә приз 85 мең һум тәшкил итә. Уны режиссерҙың улы, опера йырсыһы Асҡар Абдразаҡов тапшыра. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының хәләл ефете Каринэ Хәбирова ла үҙенең бүләген әҙерләгән.

«Көмөш Аҡбуҙат» кинофестивале барышында «Родина» кинотеатрында 48 фильм күрһәтелә. Конкурс программаһында Австралия, Азербайжан, Әрмәнстан, Һиндостан, Ҡытай, Мьянма, Индонезия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Литва, Непал, Молдова, Руанда, Үзбәкстан, Франция, Көньяҡ Корея фильмдары тәҡдим ителә. Бөтә эштәр менән дә тиерлек режиссерҙар үҙҙәре таныштыра.

Башҡортостан Республикаһынан конкурс программаһында һигеҙ фильм ҡатнаша. Улар — Айнур Асҡаровтың «Өфөнән һөйөү менән», Роман Пожидаевтың «Ҡар яуғанда», Динара Әбдрәшитованың «Асия», Руслан Юлтаевтың «Кластан тыш дәрес», Фәрзәнә Утарбаеваның «Ҡырағай», Кирстен Гайнеттың «Йортобоҙ ниңә моңһоу», Илдар Ғиләжевтың «Европа көтөр!».

Кинофестиваль Булат Йосоповтың «Беренсе республика» тарихи фильмы менән асыла. Режиссер Айсыуаҡ Йомағоловтың «Етегән» фильмы конкурстан тыш программала күрһәтелә.

Быйыл кинофестиваль жюрийын театр һәм кино актеры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы, СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты Сергей Шакуров етәкләй. Саҡырылған ҡунаҡтар иҫәбендә — поляк кинорежиссеры, сценарист һәм продюсер, бик күп халыҡ-ара кинофестивалдәр лауреаты, Венеция кинофестиваленең «Алтын Арыҫлан»ы эйәһе Кшиштоф Занусси, Рәсәй актерҙары Борис Щербаков, Игорь Петренко һәм Владимир Вдовиченков (Мәскәү), «Бөйөк быуат» сериалы йондоҙо Сәлим Байраҡтар (Төркиә).

Кинофестиваль тураһында тулыраҡ мәғлүмәт — рәсми сайтта.

http://www.bashinform.ru/news/1342256-v-ufe-obladatel-gran-pri-kinofestivalya-serebryanyy-akbuzat-poluchit-million-rubley/

                              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть