Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

23 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда алыҫтағы Айытмәмбәт ауылында яңы мәктәпте төҙөү тамамлана

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 20 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Архангел районының 300-ҙән ашыу кеше йәшәгән Айытмәмбәт ауылында подрядсылар яңы белем биреү учреждениеһы төҙөлөшөн тамамлай. Ул 60 урынлыҡ мәктәпте һәм 40 урынлыҡ балалар баҡсаһын берләштерә. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, әле бинала эске биҙәкләү, линолеум һалыу, стеналарҙы буяу, аҫылмалы түшәмдәрҙе монтажлау, аш-һыу бүлмәһе йыһазын урынлаштырыу эштәре бара.

Бер үк ваҡытта биләмә төҙөкләндерелә, юлға асфальт түшәргә әҙерләнәләр. Бинаға барлыҡ коммуникациялар — тышҡы яҡтыртыу бағаналары, йылылыҡ трассалары, электр сымдары һуҙылған, һыу тәьминәте өсөн скважиналар ҡаҙылған. Ихатала уйын майҙансыҡтарына нигеҙ әҙерләнгән.

Төҙөлөш уҙған йылдың авгусында «Республиканың 100 йыллығына — 100 объект» проекты сиктәрендә башланған. Иҫке мәктәп һәм китапхана, проектҡа ярашлы, һүтелгән. Эштәр йыл әйләнәһенә алып барылған.

Объектты быйыл сентябрь айында тапшырыу күҙаллана. Генераль подрядсы  — «Төҙөлөш фирмаһы 15 БНЗС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, дәүләт заказсыһы – Башҡортостан Республикаһының капиталь төҙөлөш идаралығы.

http://www.bashinform.ru/news/1342174-v-bashkirii-v-dalney-derevne-aymembetovo-dostraivayut-novuyu-shkolu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть