Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

23 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө автобусы Силәбелә юл фажиғәһенә осраған: 7 кеше дауаханала

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2019 йыл, 20 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

20 авгусҡа ҡарай төндә Силәбелә Өфөнән юлға сыҡҡан пассажирҙар автобусы ҡатнашлығында юл фажиғәһе теркәлгән. Өлкәнең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Өфө – Нижневартовск маршруты буйынса китеп барған микроавтобус «Камаз» менән бәрелешкән. Авария урынына юл-патруль хеҙмәте экипаждары, ҡотҡарыусылар һәм табиптар килгән.

«ЮХХДИ-һы хеҙмәткәрҙе һәләкәт урынында хәүефһеҙ эш шарттары булдырыу өсөн авария урынын ҡамап алған, ут менән көрәшеүселәр зыян күргән автомобилдәрҙең аккумулятор батареяларын һүндергән, шулай уҡ яғыулыҡтың түгелеүенә юл ҡуймаған. Микроавтобуста 14 кеше, шул иҫәптән 17 йәшлек үҫмер, йөк машинаһында ике кеше ултырған», — тип белдерҙеләр Силәбе өлкәһенең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.

Һәләк булыусылар юҡ, ете кеше дауаханаға оҙатылған. Силәбелә ваҡытлыса урынлаштырыу пункты ойошторолған, унда дүрт кеше. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәбе, йәрәхәтләнгәндәрҙең шәхесе һәм диагнозы аныҡлана.

http://www.bashinform.ru/news/1342155-avtobus-iz-ufy-popal-v-sereznoe-dtp-v-chelyabinske-v-bolnitse-7-chelovek/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть