Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

23 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

«Салауат Юлаев» хоккейсылары хосписҡа иғәнә тапшырған көйәрмәндәр өсөн бүләк тураһында иғлан итте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 20 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

«Салауат Юлаев» клубы хоккейсыларының автографтары ҡуйылған кроссовка эйәһен Башҡортостанда хоспис төҙөлөшөнә иғәнә тапшырғандар араһынан осраҡлы рәүештә һайлап алалар.

Был хаҡта «Инстаграм»да «Салауат Юлаев» һаҡсыһы Григорий Панин иғлан итте. Ул шулай уҡ хоккейсыларҙың хоспис һалыу өсөн аҡса күсерәсәген белдерҙе.

«Яҙылыусыларым араһында битараф булмаған кешеләрҙең күп булыуына ышанам. Өфөлә хоспис төҙөү күҙаллана, был изге эш тип уйлайым, беҙ барыбыҙ ҙа быға үҙ өлөшөбөҙҙө индерә алабыҙ», — тип яҙҙы спортсы.

Бүләк уйнатыуҙа ҡатнашыу шарттары ябай: «Иман» хәйриә фонды иҫәбенә 200 һум (күберәк тә мөмкин) күсерергә, фотоның аҫтына «күсерҙем» тигән комментарий ҡалдырырға кәрәк.

Еңеүсенең исеме 30 августа билдәле була — уны осраҡлы рәүештә һайлайҙар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда хоспис төҙөлөшөнә аҡса йыйыу хаҡында республика етәксеһе Радий Хәбиров иғлан иткәйне. Был саҡырыуға эшҡыуарҙар, депутаттар һәм чиновниктар ҙа ҡушылды. Бынан тыш, Brazzaville төркөмө Өфөлә хоспис һалыуға ярҙам йөҙөнән хәйриә концерты менән сығыш яһаны.

http://www.bashinform.ru/news/1342081-khokkeisty-salavata-yulaeva-obyavili-o-prize-dlya-bolelshchikov-pozhertvovavshikh-na-khospis/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть