Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.82 ↓

EUR 70.66 ↑

17 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан райондарының береһендә ишле ғаиләләр өсөн үҙҙәренең әсәлек капиталын булдырғандар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Саҡмағош районында «Базы» ауыл хужалығы предприятиеһы хеҙмәткәрҙәр өсөн үҙенең әсәлек капиталын индергән, тип хәбәр итә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.

Өсөнсө һәм артабанғы балалары тыуған хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә ауыл хужалығы предприятиеһы 500 мең һумға сертификат тапшыра. Ошондай саралар менән аграрийҙар демографик хәлде яҡшыртырға һәм йәштәрҙе ауылда ҡалдырырға тырыша.

Программа элек тә ғәмәлдә булған, ләкин күпмелер ваҡытҡа түләүҙәр туҡтатылып торған. Быйыл күп балалы ата-әсәләр өсөн түләүҙе кире ҡайтарырға хәл иткәндәр. Ғаризалар күберәк булһа ла, әлегә дүрт ғаиләнең бюджеты ярты миллион һумға тулыланған.

Ғаиләләр аҡсаны үҙ теләге буйынса тотона ала. Ләкин йылына 100 меңдән ашыу тотонорға ярамай.

«Балалы ғаиләләр ауылда ҡалмағанға күрә, демографик хәл яҡшырмай. Беҙҙең программа ауылда йәшәргә ярҙам итер тип ышанабыҙ», — ти «Базы» ауыл хужалығы предприятиеһының баш бухгалтеры Айгөл Ғарифуллина.

Билдәләнеүенсә, хужалыҡта буш эш урындары бар. Ауыл халҡын да, ҡала белгестәрен дә көтәләр. Яңы хеҙмәткәрҙәр өсөн торлаҡ әҙер.

http://www.bashinform.ru/news/1341906-v-odnom-iz-rayonov-bashkirii-vveli-svoy-materinskiy-kapital-dlya-mnogodetnykh-semey/                    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть