Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.82 ↓

EUR 70.66 ↑

17 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Рәсәйҙә уҡыусыларға дәрестә мобиль телефонды ҡулланыуҙы сикләргә тәҡдим итәләр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Роспотребнадзор, Мәғариф министрлығы, Рособрнадзор һәм Рәсәй Мәғариф академияһы дөйөм белем биреү ойошмаларында мобиль телефондарҙы файҙаланыу тәртибе тураһында методик тәҡдимдәр әҙерләне, тип яҙа ТАСС.

Ведомстволар дәрестә кеҫә телефонын ҡулланыуҙы сикләргә, ә белем биреү ойошмаһына ингәндә уны «тауышһыҙ» режимға күсерергә кәңәш бирә.

Тыйыу ҡәтғи түгел, ҡарарҙы мәктәп ҡабул итә. Сикләү һаулыҡ торошо буйынса ошондай ҡулайламаларға мохтаж балаларға (мәҫәлән, шәкәр диабеты булғанда ҡандағы шәкәрҙе үлсәү өсөн), шулай уҡ уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә ҡағылмай.

Тәҡдимдәр халыҡ-ара тәжрибәне анализлау нигеҙендә әҙерләнгән: гаджеттарҙы оҙаҡ ваҡыт файҙаланыу психиканың ҡаҡшауына, гиперәүҙемлеккә, ҡуҙғыусанлыҡҡа, йоҡоноң боҙолоуына, шулай уҡ аҡыл эшмәкәрлегенең түбәнәйеүенә, хәтерҙең насарайыуға килтереүе мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1341853-v-rossii-shkolnikam-rekomenduyut-ogranichit-ispolzovanie-mobilnikov-vo-vremya-urokov-/  

Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть