Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

23 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала тәүге тапҡыр «Туймазы-фест» этнофестивале уҙҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Туймазы ҡалаһының мәҙәниәт һәм ял паркында I «Туймазы-фест» асыҡ этнофестивале уҙҙы. Сара 2020 йылғы Бөтә донъя фольклориадаһына һәм Башҡортостостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналды.

Парк амфитеатрында Туймазы районында йәшәгән төрлө халыҡтарҙың: башҡорт, рус, татар, сыуаш, украиндарҙың ижади коллективтары-вәкилдәре туған телендә сәләмләү һәм концерт номеры менән сығыш яһаны. «Туймазы-фест» этнофестиваленә күрше райондарҙан — Шаран районынан мариҙар, Октябрьский ҡалаһынан башҡорттар һәм татарҙар ҙа ҡушылды.

Парк биләмәһендә ҙур этно-күргәҙмә ойошторолдо, унда Туймазы районы, шулай уҡ Өфө һәм Октябрьский ҡалалары, Дәүләкән, Шаран райондары биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталарының эштәре тәҡдим ителде.

Ҡала халҡы азербайжан һәм үзбәк-тажик милли аш-һыуынан ауыҙ итте. Тирмән янында башҡорт тирмәһе ҡоролдо һәм «Шәжәрә» күргәҙмәһе эшләне.

«Туймазы-фест» этнофестивале барышында Туймазы районы хакимиәте мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы» юбилей миҙалдарын тапшырҙы.

«Ошо изге байрамда ҡатнашыусылар төрлө халыҡтарҙың йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре менән ихлас ҡыҙыҡһынды. Этнофестивалдең маҡсатына — Туймазы районында һәм Башҡортостанда дуҫ, татыу йәшәгән халыҡтарҙың фольклорын, музыкаль мәҙәниәтен, йыр-бейеү сәнғәтен популярлаштырыуға өлгәштек», —  тип һөйләне Туймазы районының мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Рамзин Әпсәләмов.

http://www.bashinform.ru/news/1341836-v-bashkortostane-vpervye-proshel-otkrytyy-etnofestival-tuymazy-fest/

              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть