Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

22 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров Башҡортостан райондары башлыҡтарын эшҡыуарҙар менән насар эшләгәндәре өсөн шелтәләне

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

19 августа Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарының эшҡыуарҙар менән эшенә ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе.

Август башынан барлыҡ ҡалаларҙа һәм райондарҙа 189 эшҡыуарлыҡ сәғәттәре булырға тейеш ине, тип билдәләне ул. Шуларҙың яртыһы үткәрелмәгән. Отчеттарҙа төп сәбәптәр иҫәбендә эшҡыуарҙарҙан ғаризаларҙың юҡлығы һәм башлыҡтарҙың Өфөгә юлланыуы күрһәтелгән. Августа Ағиҙелдә, Әбйәлил, Бөрйән, Иглин, Кушнаренко, Миәкә, Шишмә, Яңауыл райондарында эшҡыуарлыҡ сәғәттәре уҙғарылмаған.

«Эшкә яуапһыҙ ҡарауығыҙ эшҡыуарлыҡ берләшмәһендә сағылыш таба. Туймазы районы эшҡыуарҙары яҙа: 27 июндә саҡырҙылар, башлыҡ юҡ ине, урынбаҫары ҡабул итте, ҡарар ҡабул итмәнеләр. Краснокама районы — эшҡыуар стартап булараҡ субсидияға документтар тапшырған, яуап юҡ, инвестиция сәғәте үткәрелмәгән. Иглин районы – эшҡыуарҙар йәнәһе лә законһыҙ тикшереүҙәргә зарлана, бының ни өсөн икәнен уларға бер кем дә аңлатмай, инвестиция сәғәте уҙғарылмай. Стәрлетамаҡ районы – идея һәм бизнес асыу өсөн ресурстар бар, инвестиция сәғәттәре үткәрелмәүгә бәйле уларға мөрәжәғәт итмәйҙәр», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе кесаҙна муниципалитеттарҙа эшҡыуарлыҡ сәғәттәрен уҙғарыуҙы ҡаты контролгә алырға ҡушты. Район башлыҡтары бизнесты үҫтереү менән ҡыҙыҡһынған йүнселдәрҙе үҙҙәре табырға тейеш, тине ул.

Бынан тыш, Радий Хәбиров кадрҙар комиссияһының муниципалитет башлыҡтарының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫарҙары вазифаларына тәҡдим ителгән кандидатураларҙың яртыһынан ашыуын төшөрөп ҡалдырыуын әйтте.

«Был кандидатураларҙы шәхсән һайлап алырбыҙ. Улар һеҙгә уңайлы кешеләр, туғандарығыҙ йәки таныштарығыҙ  түгел, ә эшҡыуарлыҡ берләшмәһенә аңлайышлы, үҙ бурыстарын аңлаған кеше булырға тейеш», — тип өҫтәне республика етәксеһе.

Шулай уҡ Радий Хәбиров район башлыҡтарының күбеһенең оператив кәңәшмәлә мобиль телефонда ултырыуын күреп ҡалды.

«Телефонда соҡоноп ултырғандарҙың бөтәһен ҙур экранға сығарыуҙы һорайым. Һеҙ нимә, үҙегеҙҙе бер сәғәткә тыя алмайһығыҙмы? Аппарат, алғы планға сығарырға команда бирегеҙ. Әйҙә, муниципалитетта йәшәүселәр башлыҡтарының оперативкаларҙа нимә менән шөғөлләнгәнен күрһен».

http://www.bashinform.ru/news/1341765-radiy-khabirov-otchital-glav-rayonov-bashkirii-za-plokhuyu-rabotu-s-predprinimatelyami/

                                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть