Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

22 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Башҡортостан лидерҙары» конкурсының финалына 72 ҡатнашыусы сыҡты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

«Башҡортостан лидерҙары» кадрҙар проектының «Идара итеү командаһы 2020-2025» конкурсының ярымфиналы йомғаҡтары буйынса, финалға 72 ҡатнашыусы сыҡты.

Ойоштороу комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, уларҙың уртаса йәше — 33, иң өлкәненә — 44, иң йәшенә — 25 йәш. Ир-егеттәр — 81%, ҡатын-ҡыҙҙар 19% тәшкил итә. Ҡатнашыусыларҙың күпселеге Өфөнән — 76%. Финалсыларҙың 17% сәнәғәт өлкәһендә эшләй, 11%— дәүләт хеҙмәтендә һәм финанс эшмәкәрлегендә, 10%—  медицинала һәм сауҙала. Ҡатнашыусылар башлыса инглиз телен база кимәлендә белә, немец, япон, төрөк, француз телдәрен белгәндәр аҙыраҡ.

Конкурс еңеүселәренә дәүләт структураларында эшләргә тәҡдим итәләр.

Алдан хәбәр ителгәнсә, «Башҡортостан лидерҙары» проекты республика Башлығы Хакимәте тарафынан заманса һәм һәләтле идара хеҙмәткәрҙәрен асыҡлау өсөн ғәмәлгә ашырыла. Конкурсҡа бөтәһе дүрт мең ғариза бирелде. Конкурсанттар тест, анкета, әңгәмәләшеүҙәр рәүешендә һайлап алынды.

http://www.bashinform.ru/news/1341444-v-final-konkursa-lidery-bashkortostana-proshli-72-uchastnika/

                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть