Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

22 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда яҙыусы, тел белгесе һәм төркиәтсе Жәлил Кейекбаевҡа һәйкәл ҡуялар

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда Жәлил Кейекбаев һәйкәленең иң яҡшы проектына асыҡ конкурс башланды (1911 — 1968). Һәйкәлде Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейы биләмәһендә ҡуйыу күҙаллана.

Жәлил Кейекбаев — тел белгесе, төркиәтсе, филология фәндәре докторы, профессор, күренекле башҡорт яҙыусыһы, Башҡорт АССР-ының Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт тел ғилеменә һәм урал-алтай телдәренең хәҙерге башҡорт мәктәбенә нигеҙ һалған.

Конкурс бер турҙа үткәрелә. Уның төп предметы – һәйкәл проектының 40 сантиметрҙан да кәм булмаған моделе.

Авторҙар ғаризаларҙы, проекттарҙы, аңлатмалы яҙыуҙарҙы, график материалдарҙы һәм смета-финанс иҫәбен (300 мең һумдан артмаҫҡа тейеш) 2019 йылдың 5 сентябренә тиклем Ғафури районының мәҙәниәт бүлегенә тапшырырға тейеш. Адресы: Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2, 115-се бүлмә. Тел. 8 (34740) 2-12-48.

http://www.bashinform.ru/news/1341571-v-bashkortostane-postavyat-pamyatnik-pisatelyu-lingvistu-tyurkologu-dzhalilyu-kiekbaevu/

Теги: хәтер
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть