Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

22 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың ҡала-райондарында «Бөтәһе лә һайлауға» конкурсының иң яҡшы һүрәттәре элеп ҡуйылған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының «Бөтәһе лә һайлауға» конкурсында 128 бала һәм өлкән кеше ҡатнашҡан. Бер айҙа ведомствоға 150-нән ашыу эш килгән. Яңауыл районы (30 плакат), Салауат (25), Өфө ҡалаһының Дим районы (22), Орджоникидзе районы (15) ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәткән. Конкурста шулай уҡ Ейәнсура, Дәүләкән, Бәләбәй, Саҡмағош, Ҡариҙел, Салауат, Ишембай һәм Дыуан райондары, Стәрлетамаҡ, Нефтекама һәм Сибай халҡы ҡатнашҡан.

Һайлаусылар 2019 йылдың 8 сентябрендә участкаға килеп, Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһына дәғүә иткән кандидаттарҙың береһенә һәм депутаттарға тауыш бирһен өсөн бөгөн ҡалаларҙа һәм райондарҙа иң яҡшы рәсемдәрҙе элеп ҡуйҙылар. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, төрлө йәш категорияларында (14 йәшкә тиклем, 14-18 йәшкәсә һәм 18 йәштән өлкәндәр) 62 эш призлы урын алған. Еңеүселәрҙең береһе — Өфөнөң Киров районы атайҙары советы рәйесе, 49 йәшлек Азамат Юлбарыҫов. Ул беренсе кластан һынлы сәнғәт менән мауыға, башлыса, пейзаж төшөрә.

«Беҙ һайлау темаһын һәм Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы байрамын берләштерергә теләп, «100 процентҡа тауыш биреү» тигән саҡырыуҙы һайланыҡ», — тине Азамат Юлбарыҫов.

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында конкурс призерҙарының исемдәрен атанылар:

«14 йәшкәсә ҡатнашыусылар» категорияһында

беренсе урын – Камила Хәлилова (Салауат);

икенсе урын – Милана Дорминдонтова (Өфө);

өсөнсө урын  – Софья Фәхретдинова (Салауат);

«14-18 йәшлек ҡатнашыусылар» категорияһында

беренсе урын – Артур Ғарипов (Өфө);

икенсе урын – Булат Ситдиҡов (Саҡмағош районы);

өсөнсө урын – Александр Окулов (Салауат);

«18 йәштән өлкән ҡатнашыусылар» категорияһында

беренсе урын – Азамат Юлбарыҫов (Өфө);

икенсе урын – Валентина Әмирханова (Яңауыл районы);

өсөнсө урын – Ольга Булатова (Дыуан районы).      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть