Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

22 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала «Һөт иле» фестивале уҙғарылған көндәрҙә транспорт хәрәкәте сикләнә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфөлә «Һөт иле» фестивале уҙғарылған көндәрҙә автотранспорт хәрәкәте сикләнә. «Торатау» конгресс-холы янындағы парковка һәм Зәки Вәлиди урамының Ғафури урамынан алып Аксаковка тиклемге өлөшө 22 августа иртәнге сәғәт 10-дан 25 авгусҡа киске 8-гә тиклем ябыла. Ошо хаҡта фестивалде ойоштороусылар республика Ауыл хужалығы министрлығындағы матбуғат конференцияһында хәбәр итте.

Был байрамда эшләйәсәк ҡорамалды килтереү һәм урынлаштыру менән бәйле.

Быйыл Өфөлә «Һөт иле-2019» фестивале 24 августа була. Фестивалдең девизы: «Һөт эс – позитив бул»!

Уҙған йылда фестивалгә 50 меңдән ашыу кеше килгән. Эшлекле программа ҡаралған. Фестиваль барышында, былтырғы кеүек үк, «Эшлекле иртәнге аш» ойошторола.  

Быйыл «Һөт иле»ндә тәүге тапҡыр Киров өлкәһе, Удмурт Республикаһы һәм Башҡортостан биләмәләре аша үткән VIII «Һөткә — юл!» автоуҙышында ҡатнашыусылар килә. Уның составында — эре инвесторҙар, уларға республика биләмәһендә эшләү мөмкинлеген күрһәтәләр. Инвесторҙарҙы Стәрлетамаҡ һәм Бәләбәй һөт комбинаттары, шулай уҡ мегафермалар менән таныштырыу күҙаллана.

http://www.bashinform.ru/news/1341167-v-ufe-v-dni-provedeniya-festivalya-molochnaya-strana-ogranichat-dvizhenie-transporta/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть