Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

22 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә 76 төбәктең һәм 7 илдең спортсылары Рәсәй пенсионерҙары спартакиадаһында сығыш яһай

Спорт

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Рәсәйҙең 76 төбәгенән һәм ете сит илдән (Чехия, Германия, Финляндия, Бөйөк Британия, Литва, Франция, Әрмәнстан) 700 спортсы Рәсәй пенсионерҙарының VI спартакиадаһында ҡатнаша. Өфөлә 53-сө йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары алдынан асылған Спорт әҙерлеге үҙәге өҫтәл теннисы, йөҙөү, еңел атлетика, ҡатнаш эстафета, атыу, шахмат, дартс буйынса ярыштарҙы ҡабул итә.

«Спартакиада йылдан-йыл популярлыҡ яулай бара. Ул ҙур ҡалаларҙы ғына түгел, алыҫ төбәктәрҙәге ауыл-ҡасабаларҙы ла үҙенә йәлеп итте. 2014 йыл менән сағыштырғанда, һайлап алыу турҙарында ҡатнашыусылар һаны биш тапҡырға артты. Был тәбиғи, сөнки өлкән быуын өсөн спартакиада ярыштан тыш, үҙ ҡарашыңды күрһәтеү, тағы бер бейеклекте яҡлау мөмкинлеге булып тора. Ҡайһы берәүҙәр ғүмер буйына спорт менән шөғөлләнә, икенселәр хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына уға ылыға. Уларҙы физик әүҙемлектең һаулыҡ, пландарҙы тормошҡа ашырыу өсөн көс, яңы хистәр һәм йәшәү сифаты икәнен аңлау берләштерә», –  ти Рәсәй пенсионерҙары союзы рәйесе, Федерация Советының Социаль сәйәсәт буйынса комитеты рәйесе Валерий Рязанский.

Рәсәйҙең һәр төбәгенән туғыҙ кешенән торған делегация ҡатнаша. Ҡатын-ҡыҙҙар – 55, ир-егеттәр 60 йәштән үткән булырға тейеш. Башҡортостандан спартакиадала һигеҙ кеше – өфөләр Резида Халиҡова (еңел атлетика), Анатолий Карпенко (еңел атлетика), Сергей Буков (өҫтәл теннисы), Екатерина Петренко (йөҙөү), Роза Иҙрисова (шахмат), Валерий Шаһибәков (пуля менән атыу), шулай уҡ Благовещендан Фәнүзә Исҡарова (өҫтәл теннисы) һәм Балаҡатай районынан Рөстәм Хәмиҙуллин (йөҙөү) сығыш яһай.

Сараны асыу тантанаһы 24 августа Өфөнөң «Динамо» стадионында уҙа. Спартакиаданы ябыу 27 авгусҡа билдәләнгән.

http://www.bashinform.ru/news/1341040-sportsmeny-iz-76-regionov-i-7-stran-zarubezhya-vystupyat-na-spartakiade-pensionerov-rossii/                      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть