Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

22 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Булат Йосопов шағир Рәми Ғарипов тураһында фильм төшөрөү эшенә тотона

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Режиссер Булат Йосопов башҡорт шағиры Рәми Ғарипов тураһында фильм төшөрә башлай. Әлегә ул «Шағир көндәлеге» тип атала. Фильмдың сценарийы яҙылған. Авторҙары шул уҡ — Таңсулпан Бабичева һәм Гөлсәсәк Саламатова. Ижади төркөм шағирҙың балалары Гөлнара һәм Азамат Ғариповтар, тарихсылар һәр архивсылар менән кәңәшләшә.

Кастинг үткәрелгән, тиҙҙән артистар менән репетициялар башлана. Фильмды октябрь башында төшөрә башлау күҙаллана. Күренештәрҙең 70 процентҡа яҡыны ҡыш миҙгеленә тура килә, бер нисәһе тирә-йүн йәшелләнгәс төшөрөлә. Өфөлә һәм Рәми Ғариповтың тыуған яғы Салауат районында, шулай уҡ Мәскәүҙә, Түбәнге Новгородта һәм Ташкентта төшөрөү мөмкинлектәре ҡарала.

«Беренсе Республика» трилогияһы шағир Бабичтың яҙмышы менән башланып, Ғариповтың яҙмышы менән тамамлана. Бында туранан-тура логика бар. Шағирҙар, уларҙың шиғриәте халыҡтың күңелен сағылдыра, тиҙәр. Башҡортостанға нигеҙ һалыусыларҙың береһе, ихлас, үҙенең халҡын, ерен яратҡан Бабич рухы һәм күп милләтле Рәсәй контексында башҡорт халҡының милли-мәҙәни оҡшашлыҡ һәм мәғрифәтселек идеяларын йөрөткән Ғарипов рухы бер-береһен үҙ-ара тулыландыра. Ошо һөйөү өсөн Ғариповты, Бабичты кеүек үк, бер ғәйепһеҙгә милләтсе тип атанылар, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Булат Йосопов. — Асылда беҙ тарихи ғәҙеллекте тергеҙеү менән шөғөлләнеүҙе дауам итәбеҙ».

Режиссер фильм авторҙары шағирҙың мираҫына бик һаҡсыл ҡарауы хаҡында һөйләне. Шағирҙың көндәлектәрендә төп ваҡиғалар буйынса фекерҙәрҙең һәм ваҡиғаларҙың аныҡ тасуирламаһы бар. Ҡайһылыр мәлдәрҙе режиссер үҙенең атаһы, Рәми Ғариповтың яҡын дуҫы булған шағир Тимер Йосоповтың һөйләгәндәренән алырға уйлай.

«Бабич» һәм «Беренсе Республика» менән сағыштырғанда төшөрөү объекттарын эҙләү еңелерәк бара.

«Рәми Ғарипов дәүере беҙгә күпкә яҡыныраҡ, шуға урамдарҙың, костюмдарҙың, автомобилдәрҙең һәм башҡа реквизиттарҙың дөрөҫлөккә тап килеүе өсөн борсолмайбыҙ. Ләкин проекттың географияһы киңерәк, шуға күрә фильмдың бюджеты Өфөлә һәм яҡын-тирәлә төшөрөлгән «Бабич»ҡа һәм «Беренсе Республика»ға ҡарағанда юғарыраҡ булыуы көтөлә, — ти Булат Йосопов. — Фильмдың мөһимлеген иҫәпкә алып, халыҡтың проектҡа булышлыҡ итеренә өмөтләнәбеҙ. Ниндәй ярҙам кәрәклеге һәм беҙгә нисек ярҙам итергә мөмкинлеге тураһында тиҙҙән хәбәр итербеҙ».
http://www.bashinform.ru/news/1341000-v-ufe-bulat-yusupov-pristupaet-k-semkam-filma-pro-poeta-rami-garipova/                    

Теги: кино
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть