Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

23 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала бензиндың бер маркаһы ҡиммәтләнгән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанстат 12 авгусҡа республика буйынса нефть продукттарының айырым төрҙәренә уртаса хаҡ кимәлен һәм уның үҙгәреүен баҫтырып сығарҙы. Аналитиктар мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә бензиндың һәм дизель яғыулығының хаҡы илдәгегә ҡарағанда түбәнерәк.

Рәсәй буйынса дөйөм алғанда, әле 92-се бензиндың бер литры уртаса 42,23 һум, 95-се — 45,65 һум, 98-се — 51,38 һум, дизель яғыулығы 46,14 һум тора.

Башҡортостанда АИ-92 һәм АИ-95 маркалы бензиндың хаҡы үҙгәрмәгән. Төбәктә уртаса хаҡ — 41,89 һәм 44,82 һум. Ә 98-се бензин 0,1% ҡиммәтләнгән. Бөгөн уның бер литры 49,92 һум тәшкил итә (август башында — 49,84 һум).

Дизель яғыулығының хаҡы бер аҙнала элекке кимәлдә ҡалған — бер литры уртаса 45,44 һум тора.

http://www.bashinform.ru/news/1340987-v-bashkirii-podorozhala-odna-iz-marok-benzina/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть