Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

22 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала йыл башынан ете өс игеҙ бала һәм 244 игеҙәк тыуған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

2019 йылдың башынан Башҡортостанда 244 игеҙәк һәм ете өс игеҙ бала теркәлгән. Был хаҡта республиканың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан хәбәр иттеләр. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Сибайҙың ЗАГС бүлегендә Кудияровтар ғаиләһе ҡыҙҙары тыуыуы тураһында ике таныҡлыҡ алды. Улар — ағымдағы йылда ҡалала алтынсы игеҙәк.

«Беҙ 2011 йылда өйләнештек, шуға күрә ҡыҙҙарыбыҙ бик теләп, көтөп алынған. Йәшәй башлағас та ирем менән ҡыҙыбыҙға Екатерина тип исем ҡушырбыҙ тип хыяллана инек. Ике ҡыҙ буласағын белгәс, тәүгеһенә шунда уҡ уҡ  Маргарита тигән исем бирҙек, улар донъяға килгәс, икенсеһенә ниндәй исем һайларға тип оҙаҡ баш ваттыҡ. Аҙаҡтан Екатерина тураһында хыялыбыҙ иҫкә төштө. Сабыйҙарыбыҙға бына шундай исемдәр ҡуштыҡ!» — тип уртаҡлашты әсә Юлия Кудиярова.

Бынан алда «Башинформ» агентлығы август башында Өфөнөң Октябрь районы башлығы Сергей Плотниковтың Исламовтар ғаиләһен өс игеҙ балалары тыуыуы менән ҡотларға килгәне хаҡында хәбәр иткәйне.

http://www.bashinform.ru/news/1340912-v-bashkirii-s-nachala-goda-rodilos-sem-troen-i-244-dvoyni/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть