Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

23 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда «Полиэф» акционерҙар йәмғиәтендә терефталь кислотаһы производствоһын реконструкциялау тамамланды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Бөгөн СИБУР холдингына ингән «Полиэф» акционерҙар йәмғиәтендә терефталь кислотаһы производствоһын реконструкциялау тамамланды. Яңыртыу һөҙөмтәһендә йылына ҡеүәт 272 мең тоннанан 350 мең тоннаға тиклем артты. Бөгөн Полиэф — Рәсәйҙә берҙән-бер терефталь кислотаһы етештереүсе. Ул донъяла киң таралған полимерҙарҙың береһе – полиэтилентерефталатты (ПЭТ) синтезлау өсөн төп сеймал булып тора. Полиэтилентерефталаттан төрлө эсемлектәр өсөн пластик шешәләр, синтетик туҡымалар, төрөү материалдары, шулай медицина әйберҙәре етештерәләр. Бынан тыш, терефталь кислота нигеҙендә иҙәнгә йәйелә торған япмалар, уйынсыҡтар һәм башҡа әйберҙәр өсөн экологик пластификаторҙар сығаралар. Рәсәй баҙарында терефталь кислотаны ҡулланыу күләме йылына яҡынса 500 мең тонна тәшкил итә.

Асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең энергетика министры урынбаҫары Павел Сорокин, «СИБУР Холдинг» йәмғиәте идараһы рәйесе Дмитрий Конов, проектҡа йәлеп ителгән партнер компаниялар һәм подряд ойошмалары етәкселәре ҡатнашты.

Радий Хәбиров йыйылыусыларҙы эштәрҙең тамамланыуы менән ҡотланы. Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостан менән СИБУР һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итә.

«Асылда, Полиэфта етштереүҙе яңыртыу — күмәк тырышлыҡ емеше. Мин Башҡортостандың инвестициялар, бизнес, производствоны яңыртыу һәм импортты алмаштырыу өлкәһендәге башланғыстарға ярҙам итергә әҙер булыуы хаҡында әйткәйнем. СИБУР менән хеҙмәттәшлегебеҙ стратегик характерҙа, сөнки беҙ бер предприятиены тамамлап, икенсеһенә ҡарайбыҙ. Алда холдинг менән артабанғы эш өсөн мөмкинлектәр бар тип уйлайым», — тине Радий Хәбиров, журналистарҙың һорауҙарына яуап  биреп.

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, иҡтисади файҙа терефталь кислота етештереү күләмен 350 мең тоннаға тиклем арттырыуҙа сағыла.

«Был бик кәрәкле сеймал, ул еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә әүҙем ҡулланыла. Был йәһәттән беҙ моданы башлап ебәреүселәр. Полиэф – беҙҙең ғорурлығыбыҙ, Благовещен өсөн төп предприятие. Бик шатбыҙ, ошондай ваҡиғалар күберәк булһын ине», — тине Башҡортостан етәксеһе.

http://www.bashinform.ru/news/1340747-v-bashkirii-na-ao-polief-zavershena-rekonstruktsiya-proizvodstva-tereftalevoy-kisloty/

                    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть