Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

23 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала биш көнлөк уҡыу аҙнаһы өсөн уҡыусы календары донъя күрҙе

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты алдағы йылға (2019/2020) биш көнлөк уҡыу аҙнаһы өсөн уҡыусы календарын баҫтырып сығарҙы. Яҡынлашып килгән уҡыу йылында беренселәр — 33, икенсе-һигеҙенсе класс уҡыусылары — 35, туғыҙынсы-ун беренселәр 34 аҙна уҡый, тип билдәләне белгестәр.

Көҙгө каникулдар 28 октябрҙә башлана һәм һигеҙ көн дауам итә. Ҡышҡыһы 30 декабрҙә башланып, 2020 йылдың 12 ғинуарында тамамлана. Яҙғы каникулдар иһә 23 марттан 30-ына тиклем. Шулай итеп, беренсе кластар – 135, 2-8 кластар – 122, ә 9-11 кластар – 135 көн (дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын иҫәпкә алмайынса) ял итә.

Бынан тыш, уҡыусылар һәм уҡытыусылар түбәндәге дәүләт байрамдарында ял итә:

11 октябрь – Башҡортостан Республикаһы көнө

4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө

1 ғинуар – Яңы йыл

7 ғинуар – Христос Раштыуаһы

23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө

8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө

1 май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы

9 май – Еңеү көнө

24 май – Ураҙа байрамы

12 июнь – Рәсәй көнө

31 июль – Ҡорбан байрамы.

http://www.bashinform.ru/news/1340728-v-bashkirii-vypustili-kalendar-shkolnika-dlya-pyatidnevnoy-uchebnoy-nedeli/                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть