Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

23 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Артур Иҙелбаев Башҡортостандың Туризмды үҫтереү үҙәге етәксеһе вазифаһын ҡалдырҙы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Йәмәғәт эшмәкәре, эшҡыуар, блогер Артур Иҙелбаев үҙ теләге менән Башҡортостандың Туризмды үҫтереү үҙәге етәксеһе вазифаһын ҡалдырҙы. Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында «Башинформ» агентлығына ошо мәғлүмәтте раҫланылар.

Башҡортостандың Туризмды үҫтереү үҙәге эшләүен дауам итә. Ведомствоны кем етәкләйәсәге тураһында әлегә мәғлүмәт  юҡ. Иҙелбаев комментарийҙарҙан баш тартты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Артур Иҙелбаев был вазифаға 2019 йылдың февралендә тәғәйенләнде. Ул туристарҙы йәлеп итеү объекттары булдырыу, туристар өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыу, республикаға туристар йәлеп итеү буйынса эштә барлыҡ министрлыҡтарҙың һәм ведомстволарҙың көсөн берләштереү маҡсатын ҡуйғайны.

http://www.bashinform.ru/news/1340730-artur-idelbaev-pokinul-post-rukovoditelya-tsentra-razvitiya-turizma-bashkortostana/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть