Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

22 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Йәйге Кубок-2019» КВН фестивалендә Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан командалары осраша

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

17 августа Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы майҙанында «Йәйге Кубок-2019» КВН фестивале ойошторола.

Уйында Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Йылайыр, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Учалы райондары, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалалары һәм Ҡаҙағстан Республикаһы командалары осраша.

«Командалар тамашасыларҙы төртмә шаяртыуҙар менән ҡыуандырыр һәм көс-дәрт өҫтәр. Шаяндар һәм отҡорҙар клубы – йәштәргә фекерҙәштәре араһында үҙҙәренең ижади һәләттәрен тормошҡа ашырыу: йырлау, бейеү, пародия, актер һәм сәхнә оҫталығын күрһәтеү мөмкинлеге», – тип хәбәр итте Залина Мырҙағолова.

Фестивалде ойоштороусылар — Башҡортостан Башлығы, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы булышлығында Башҡорт йәштәре альянсы менән берлектә Башҡорт асыҡ КВН лигаһы.

Киске 7-лә башлана.

http://www.bashinform.ru/news/1340664-na-festivale-kvn-letniy-kubok-2019-soydutsya-komandy-iz-bashkortostana-i-kazakhstana/

Теги: КВН
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть