Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

23 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

«Урал һауа юлдары» самолеты баҫыуға төшкән: сәбәбе һәм герой-пилоттарҙың исемдәре

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

15 августа иртән «Урал һауа юлдары» компанияһы аэробусы ашығыс рәүештә Мәскәү өлкәһендәге кукуруз баҫыуына ултырған. Борттағы пассажирҙарҙың береһе лә зыян күрмәгән, был хаҡта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр иттеләр. Борт Мәскәү (Жуковский) – Симферополь рейсын башҡарған.

Ғәҙәттән тыш хәл урынына бөтә хеҙмәттәр: медиктар, янғын һүндереүселәр килгән. Әле пассажирҙарҙы урынлаштырыу мәсьәләһе хәл ителә.

Авиакомпанияла ашығыс рәүештә ергә төшөүҙең сәбәбен атанылар. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, ҡоштар менән бәрелешеү арҡаһында двигателдәр янып киткән.

Шулай уҡ 226 ғүмерҙе ҡотҡарған пилоттарҙың исемдәре аталды: Екатеринбургтан Дамир Йосопов һәм Георгий Мурзаев.

http://www.bashinform.ru/news/1340544-samolet-uralskiy-avialiniy-sel-v-pole-nazvana-prichina-/

      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть