Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

23 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Еңеүҙең 50 йыллығы скверында Чернобыль һәләкәтен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарға һәйкәл ҡуйылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 14 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Бөгөн, 13 августа, Өфөлә Еңеүҙең 50 йыллығы скверында Чернобыль һәм башҡа радиация һәләкәттәре эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан ҡаһармандарға һәйкәл ҡуйылды.

Һәйкәл ҡуйыу тәҡдимен чернобылселәрҙең мәнфәғәттәрен һәм хоҡуҡтарын яҡлаған «Чернобыль союзы» урындағы йәмәғәт ойошмаһы индергән. Һәйкәл булдырыуҙа һәм уны ҡуйыуҙа меценат Артур Хажиғәлиев ҙур ярҙам күрһәткән. Скульптура бронзанан яһалған, авторы — Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Хәниф Хәбибрахманов.

Композиция башҡортостандарҙың – радиация һәләкәттәре эҙемтәләрен бөтөрөүселәрҙең ҡаһарманлығына хөрмәт билдәһе булып тора. Чернобыль атом электр станцияһындағы аварияны бөтөрөүҙә республикабыҙҙан 10 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

Һәйкәлде асыу тантанаһына Мәскәүҙән «Рәсәй Чернобыле» союзы» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт берләшмәләре союзы президенты Вячеслав Гришин килде.

Бөгөн «Торатау» конгресс-холында Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Чернобыль атом электр станцияһындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам, шулай уҡ чернобылселәр йәмәғәт ойошмаларының республиканың дәүләт власы органдары менән үҙ-ара килешеп эш итеүе тураһында түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. Атап әйткәндә, шифахана-курорттарҙа дауаланыу, пособиелар һәм түләүҙәр, ошо категорияға ҡараған граждандарҙың власть органдары менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре тураһында һүҙ барҙы. Хеҙмәт министрлығы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, хәрби госпиталдәр, Медик-социаль экспертизаһының баш бюроһы вәкилдәре төрлө һорауҙарға яуап бирҙе.

http://www.bashinform.ru/news/1340337-v-ufe-v-skvere-50-letiya-pobedy-ustanovili-pamyatnik-likvidatoram-chernobylskoy-katastrofy/

                    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть