Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

23 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикаға таҙартыу ҡоролмаларын яңыртыуға федераль ҡаҙнанан 184 миллион һум бүленә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 14 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ федераль фонды Башҡортостандың Ишембайҙа таҙартыу ҡоролмаларын яңыртыуға ғаризаһын хупланы. Ошо хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Атап әйткәндә, тиҙҙән төбәккә 184 миллион һум федераль аҡса бүленә.

«Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан коллегаларыма яҡшы эштәре өсөн рәхмәт әйтәм, йәнә бер тапҡыр бөтәһенең дә иҫенә төшөрәм — беҙ федераль аҡсаны алып еткермәй инек. Беҙгә йышыраҡ һәм күпкә ҙурыраҡ суммаға ғариза бирергә кәрәк», — тип билдәләне республика етәксеһе.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Башҡортостандың үҙәк алдында яҡланған проекттары, документтар менән эшләй белгән командаһы бар.

«Мәскәүҙән аҡса алмайбыҙ, һуңынан улар өсөн яуап бирергә кәрәк» тигән һүҙҙәр менән риза түгелмен», — тип яуапланы республика етәксеһе.

Республика Хөкүмәте мәғлүмәттәре буйынса, яңыртыу эштәрен 2019 йылда башлап, 2021 йылда тамамлау күҙаллана. Проекттың дөйөм хаҡы 307,16 миллион һум тәшкил итә, шул иҫәптән Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды иҫәбенә – 184,3 миллион һум, Башҡортостан һәм проектта ҡатнашыусының аҡсаһы – 61,43-әр миллион һум.

Бынан алда «Башинформ» агентлығы республикаға урман янғындарын һүндереү өсөн махсус техника һатып алыуға федераль бюджеттан өҫтәмә аҡса йүнәлтелеүе тураһында хәбәр иткәйне. Аҡса Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы буйынса әҙерләнгән «Экология» милли проекты сараларын тормошҡа ашырыу барышында бүленә.

http://www.bashinform.ru/news/1340073-bashkiriya-poluchit-184-mln-federalnykh-sredstv-na-modernizatsiyu-ochistnykh-sooruzheniy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть