Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

22 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡорт балы Рәсәйҙә иң тәмлеһе тип танылған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 14 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡорт балы Рәсәйҙә иң тәмле бал рейтингында беренсе урынды биләй. Был турала Tvil.ru ял итеү өсөн торлаҡҡа алдан заказ биреү сервисы хеҙмәткәрҙәре хәбәр итә.

Респонденттарҙың 28,71%  башҡорт балы өсөн тауыш биргән. Ҡырым балы рейтингта икенсе урында килә, уның өсөн 19,8% тауыш йыйылған. Илдең иң тәмле балы исеменә «бронза»ны Алтайҙың татлы ризығы яулаған — 14,84%.

«Башҡорт балы» бренды Федераль таможня реестрында интеллектуаль милек объекты итеп теркәлгән. Шул рәүешле Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге 2016 йылда ялған продукцияға ҡаршы көрәш башланы.

Башҡортостан балы Ҡытайға, Финляндияға, халыҡ-ара йыһан станцияһында йәшәүселәргә оҙатыла.

http://www.bashinform.ru/news/1340168-bashkirskiy-med-priznan-samym-vkusnym-v-rossii-opros/

                          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть