Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

22 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөнөң Еңеү паркында Китап кәштәһе була

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 14 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Кесаҙна, 15 августа, Өфөнөң Еңеү паркында Китап кәштәһе менән таныштырыу була. Уның инициаторы —  «Российская газета» баҫмаһының Өфө филиалы редакцияһы. Сара көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.

Бәләкәй генә ағас өй хәрби техника янындағы майҙансыҡта урынлашҡан. Ул урындағы интерьерға тап килеп тора.

«Еңеү паркы — Өфө өсөн ҙур әһәмиәткә эйә урын. Бында төрлө тантаналы саралар уҙғарыла, ҡала халҡы рәхәтләнеп ял итә, — ти гәзиттең Өфө филиалы директоры Альфред Әһлетдинов. — Хәҙер паркта нәфис әҙәбиәт уҡырға ла мөмкин».

Баҫмала белдереүҙәренсә, «РГ» мәғариф проекты республиканың Урман хужалығы министрлығы, Өфө урман-техника техникумы һәм баш ҡаланың Орджоникиджзе районы хакимиәте белгестәре булышлығында тормошҡа ашырылған. Урман-техника техникумының балта оҫтаһы Марат Ялаев ҡыҫҡа ваҡыт эсендә классик әҫәрҙәр, «РГ» журналистары китаптары, шулай гәзиттең һәм «Родина» журналының яңы һандары өсөн ағастан күркәм кәштә яһаған.

Теләгән һәр кем үҙенә оҡшаған китапты йәки журналды алып уҡый ала. Иң мөһиме, алмашҡа икенсе китап ҡалдырырға онотмаҫҡа кәрәк.

http://www.bashinform.ru/news/1340172-v-ufimskom-parke-pobedy-poyavitsya-knizhnaya-polka/                    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть