Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84

EUR 70.59

23 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров Архангел районында «Сабитов» крәҫтиән-фермер хужалығының эше менән танышты

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 14 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Архангел районына эш сәфәре Березовка ауылында «Сабитов» крәҫтиән-фермер хужалығының эшмәкәрлеге менән танышыуҙан башланды. Ул 2016 йылда ойошторолған. Хужалыҡтың фермаһында 380 баш эре мал, шул иҫәптән ит йүнәлешле 200 һыйыр һәм 25 ат бар. Крәҫтиән-фермер хужалығына ҡараған 320 гектар ерҙә — иген культуралары, 150 гектарында күп йыллыҡ үлән сәселгән. Бында ит эшкәртеү буйынса цех та бар, ярымфабрикаттың 14 төрө етештерелә. Радий Хәбиров продукцияның ҡайҙа һатылыуы, үҙенең сауҙа маркаһы булыу-булмауы менән ҡыҙыҡһынды.

Хужалыҡтың идара итеүсеһе Шамил Латипов һүҙҙәренсә, уларҙың Архангел ауылында ике сауҙа нөктәһе бар, өсөнсөһөн асыу күҙаллана. Цехта һигеҙ ҡатын-ҡыҙ эшләй, барлыҡ продукцияны ҡулдан яһайҙар. Хужалыҡта Өфө баҙарына ла сығырға ниәтләйҙәр.

«Уҙған йылда «Яңы эш башлаған фермер» программаһы буйынса өс миллион һумға яҡын грант алдыҡ. Быйыл килем килтереүсе предприятиелар программаһы буйынса тағы өс миллион алабыҙ. Ошо аҡсаға мал һатып алырға уйлайбыҙ», — тине Шамил Латипов.

Крәҫтиән-фермер хужалығы эшселәре менән һөйләшеүҙә Радий Хәбиров хеҙмәт шарттары, мәктәп һәм медицина хеҙмәттәре менән ҡыҙыҡһынды.

Аграрийҙар мәктәптең күрше ауылда урынлашҡаны, табиптарға район үҙәгенә йөрөүҙәре, тиҙ ярҙам саҡыртыу менән дә проблемалар булмауы хаҡында һөйләне.

http://www.bashinform.ru/news/1339923-radiy-khabirov-v-arkhangelskom-rayone-oznakomilsya-s-rabotoy-kfkh-sabitov/    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть