Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.82 ↓

EUR 70.66 ↑

17 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө хакимиәтендә яңы вице-мэр тәғәйенләнде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 13 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Бөгөн Өфө хакимиәтендәге сираттағы оператив кәңәшмәлә яңы вице-мэр тәғәйенләнде.

Баш ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары – ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре идаралығы начальнигы итеп Евгений Чебаков тәғәйенләнде. Быға тиклем ул мэрияның хоҡуҡ идаралығы начальнигы вазифаһын биләне. Билдәләнеүенсә, Евгений Чебаковтың хоҡуҡи секторҙа, ер ресурстары менән идара итеү һәм ҡала төҙөлөшө контроле өлкәләрендә эшләү тәжрибәһе ҙур.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, бынан алда ҡала Советы депутаттары ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре идаралығы етәксеһе вазифаһын бөтөрҙө. 2019 йылдың июнендә халыҡ һайланыусылары баш ҡала мэрияһының элекке башлығы Ирек Ялалов командаһы вәкилдәренең береһе Раил Еникеев биләгән вазифаны юҡҡа сығарҙы.

http://www.bashinform.ru/news/1339732-v-ufimskoy-administratsii-naznachili-novogo-vitse-mera-/                    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть