Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.82 ↓

EUR 70.66 ↑

17 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башын сүмес менән тишкән: Башҡортостанда йәшәүсе һөйгәнен үлтереүен таныны

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2019 йыл, 13 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Стәрлетамаҡта 8 августа дачала 35 йәшлек һәм уның һөйгәне араһында ғауға сыҡҡан. «Башинформ» агентлығына сығанаҡ хәбәр итеүенсә, бәхәскә ирҙең көнләшеүе сәбәпсе булған. Ир сүмес менән ҡатындың башына бер нисә тапҡыр һуҡҡан. Шунан һуң ул ҡасырға маташҡан, ләкин хоҡуҡ һаҡлаусылар ҡулына эләккән. Фажиғә урынына килгән табиптар ҡатындың баш мейеһе йәрәхәтенән вафат булыуын әйткән.

Билдәле булыуына, уның кескәй ҡыҙы ҡалған.

«Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ир ҡулға алынған. Ул үҙ ғәйебен таныған», — тип аңлатма бирҙеләр «Башинформ» агентлығына төбәк Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә.

http://www.bashinform.ru/news/1339651-prolomil-golovu-kovshom-zhitel-bashkirii-priznalsya-v-ubiystve-sozhitelnitsy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть