Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.82 ↓

EUR 70.66 ↑

17 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала 150 метр оҙонлоҡтағы «Йәшә, ауыл!» яҙыуы барлыҡҡа килде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 13 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Уҙған ял көндәрендә Кушнаренко районы Ахлыстин ауылында уҙған «Йәшә, ауыл!» байрамында баҫыуҙа трактор һәм һабан менән сараның исемен яҙҙылар. Яҙыуҙың оҙонлоғо 150 метр тәшкил итә, һәр хәрефтең бейеклеге — 20 метр. Шул рәүешле ойоштороусылар флешмобҡа старт бирҙе. Уның шарттарына ярашлы, ошолай итеп яҙырға һәм фотоны #йәшәауыл хэштегы менән социаль селтәргә һалырға кәрәк.

«Тәүҙә сара ауылда Христос Раштыуаһы ҡорамы тергеҙелә башлауға арналды, хәҙер беҙ ауылға ҡорамды ғына түгел, ә тарихи мәҙәниәттең күсәгилешлеген ҡайтарырға, ауылдарыбыҙҙы һаҡлап ҡалырға теләйбеҙ», —  ти байрамдың төп ойоштороусыһы Ольга Самарина.

Ауылда ошондай саралар беренсе йыл уҙғарылмай. Быйыл фольклор байрамында ҡатнашыусыларҙы халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәре, ҡурсаҡ спектакле, йәрминкә, асыҡ һауала сәй эсеү, халыҡ кәсептәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре, балалар һәм өлкәндәр өсөн уйындар, бүләктәр уйнатыу көтә ине.

http://www.bashinform.ru/news/1339582-v-bashkirii-sozdali-nadpis-zhivi-derevnya-dlinoy-v-150-metrov/

Теги: флешмоб
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть